Бейек тауҙың баштарында Осоп йөрөй күбәләк. Интернет һәм вай-фай булһа, Бар донъябыҙ түңәрәк.😁😁😁 Беҙҙең урам уртаһында Үҫеп ултыра ҡайын Үкһеп - үкһеп ник илайһың. Өҙөлдөмө вайфайын? 😩😩😩 Башҡортса ҡайҙа бараһың? Урыҫса куда пойдёшь? Өйҙә интернет юғалһа, Пожалуй с ума сойдешь 🧐🧐😔😔 Ана килә автомобиль. Ишеге мазут ҡына. Күрешкәс тә, һөйләшәбеҙ. SMS яҙып ҡына. 😁😁😁 Ағиҙелдең аръяғында Һуҡыр мәрйә һөт һата Бишектәге балалар ҙа Телефон тотоп ята. 📞📞☎☎ Ағиҙелдән ағып килә Ике киҫәк колбаса Көндәр буйы нишләр инек, Телефондар булмаһа. ☎☎☎ Иртә тороп, тышҡа сыҡһам, һандуғастар уҫаҡта. Бер минутҡа ингән инем, Көнөм уҙҙы ватсапта. 🤨🤨🤨 Ағиҙелдә аҡ кораб, Ултырам алға ҡарап. Уҙа инде йәш ғүмерҙәр. Телефондарға ҡарап. 😃😃😃.

Теги других блогов: Интернет Башҡортса Телефон